16 Левиҙәр артынса Исраил ырыуҙарынан Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән хеҙмәт итергә ынтылғандар, ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ҡорбан килтерергә тип, Йәрүсәлимгә ағыла.
Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып алдына килегеҙ! Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ!
– Бында Раббы Алланың йорто менән Исраилдың тотош яндырыу усағы булыр, – ти Дауыт.
Шуға күрә бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән Аллағыҙ Раббыға ынтылығыҙ. Раббыбыҙ Аллаға Изге торлаҡ төҙөгөҙ, унан һуң Раббы исеменә бағышланған был йортҡа Раббының Килешеү һандығы менән Алланың изге һауыттарын күсерерһегеҙ.
Улар Йәһүҙә батшалығын нығыта һәм өс йыл буйы Сөләймән улы Рехавғам яҡлы була, сөнки ошо өс йыл буйы улар Дауыт менән Сөләймән юлынан тайпылмайҙар.
ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән һәм бар булмыштары менән ынтылырға вәғәҙә итеп, килешеү төҙөйҙәр.
Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә.
Бөтә йәһүҙиҙәр менән бинйәминдәрҙе, улар менән бергә йәшәргә тип күсеп килгән әфраимдарҙы, менашшеларҙы һәм шимғондарҙы саҡыра – Аллаһы Раббы Аса менән икәнлеген күргәс, исраилдарҙың күбеһе уның яғына сыҡҡан була.
Ярай әле һинең яҡшы эштәрең дә бар. Һин Ашераның ҡолғаларынан арындырҙың, йөрәгеңде Алланы эҙләүгә бағышланың.
Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә.
Йәһүҙиҙәр Раббынан ярҙам ялбарырға тип бергә йыйыла. Улар Раббыға мөрәжәғәт итер өсөн Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларынан килә.
Шулай ҙа Ашер, Менашше һәм Зевулун ырыуҙарының ҡайһы берәүҙәре күнеп, Йәрүсәлимгә килә.
Әгәр ҙә Ул ниәт итеп Рухы менән һулышын Үҙенә кире тартһа,
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Алла, Һиңә маҡтау яуҙырам! Өнһөҙ ҡалма!
Ә минең йәнемде көҫәгәндәр Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар!
Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалмағандар ҡолдарын һәм малдарын яланда ҡалдырҙы.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батша бик ҡаты ҡайғыға ҡалды һәм Даниилды нисек тә ҡотҡарырға тырышты: эңер төшкәнсе уны йолоп алыу юлын эҙләне.
Халҡымдың гонаһтары ҡаһиндарҙың ризығы булды, Улар кешенең яман ҡылығын теләп тора.
Шуға былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Ҡарағыҙ, һеҙ нисек йәшәйһегеҙ,
Бер ҡалала йәшәгәндәр икенсе ҡалала йәшәгәндәргә барып: „Әйҙәгеҙ, Раббының илтифатын ҡаҙанырға барайыҡ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләйек!“ – тиер. Тегеләре: „Мин дә барам!“ – тип яуап ҡайтарыр.
Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.
Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.
былай тип өҫтәне: – Мин һеҙгә бөгөн иғлан иткән был һүҙҙәрҙе йөрәгегеҙгә бикләгеҙ. Был ҡанундың бөтә һүҙҙәренә диҡҡәт итһендәр һәм теүәл үтәһендәр өсөн, балаларығыҙға бойороғоҙ.
Һеҙ биләгән ер нәжесләнгән икән, беҙҙең яҡҡа, Раббы биләмәһенә, Раббы сатыры торған яҡҡа күсегеҙ ҙә ошонан, беҙҙең яҡтан, үҙегеҙгә ер алығыҙ. Әммә Раббыға һәм беҙгә ҡаршы фетнә күтәрмәгеҙ, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына өҫтәп үҙегеҙгә тағы ҡорбан усағы төҙөмәгеҙ.