Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 11:15 - Изге Яҙма

15 Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарына үҙ ҡаһиндарын тәғәйенләй. Улар Яровғам яһаттырған кәзә тәкәһе, башмаҡ һындарына табына.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 11:15
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ярандары менән кәңәшләшкәндән һуң, Яровғам алтындан ике үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙорҙо һәм халыҡҡа: – Бүтәнсә ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә йөрөүҙең кәрәге юҡ, – тип иғлан итте. – Эй Исраил, һине Мысыр еренән алып сыҡҡан аллалар бына ошо.


Шулай уҡ Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғибәҙәтханалар төҙөттө. Унда халыҡ араһынан левиҙәрҙән булмаған кешеләрҙе ҡаһин итеп ҡуйҙы.


Ошо ваҡиғаларҙан һуң да Яровғам яман юлын ташламаны. Һаман халыҡ араһынан кемде тура килә, шуны табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһин итеп бағышлауын дауам итте: кем теләй, шул ҡаһин булып китте.


Һин үҙеңә тиклем булғандарҙың барыһына ҡарағанда ла күберәк яман эштәр ҡылдың. Минән баш тарттың һәм үҙеңә башҡа илаһтар яһап, алтындан ҡойолма илаһтар яһатып, асыуыма тейҙең.


Әле килеп һеҙ Раббы Дауыт нәҫеле ҡулына тапшырған батшалыҡҡа ҡаршы тормаҡ булаһығыҙ, йәнәһе, һеҙ күмәк, йәнәһе, һеҙҙең Яровғам алла тип яһап биргән алтын башмаҡтарығыҙ бар.


Раббы ҡаһиндары булған Һарун улдары менән левиҙәрҙе ҡыуып, сит халыҡтар һымаҡ үҙегеҙгә ҡаһиндар билдәләп ҡуйҙығыҙ түгелме ни? Бер үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе килтереп, үҙен ҡаһин хеҙмәтенә бағышларға теләгән һәр бер кеше һеҙҙә ялған аллаларҙың ҡаһины була ала.


Муса, Раббы янына ҡабат барып: – Был халыҡтың гонаһы ҡот осҡос ауыр: улар үҙҙәренә алтындан илаһ яһаған, – тине. –


Инде гонаһ өҫтөнә гонаһ ҡылалар, Көмөштән үҙҙәре белгәнсә бот ҡоялар. Был боттар һәммәһе һөнәрселәр эше! Әфраимдар тураһында: «Ҡорбан килтергән кешеләр Башмаҡ һынын үбә!» – тиҙәр.


Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Аллаға түгел, ендәргә, Үҙҙәре белмәгән илаһтарға, Ата-бабалары ҡурҡмаған, Һуңғы мәлдә ситтән килеп ингән Яңы илаһтарға ҡорбан салды.


Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә.


Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе яуыз рухтар. Улар бөтә донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ