Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 11:10 - Изге Яҙма

10 Сорға, Айялон һәм Хевронды – Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарына ҡараған ҡалаларҙың барсаһын нығыттыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 11:10
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Ҡәнғән ерендә Ҡыръяҫ-Арбағта, йәғни Хевронда, вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап-һыҡтап иланы.


Шунан һуң Дауыт Раббыға мөрәжәғәт итте: – Йәһүҙәнең берәй ҡалаһына барырғамы миңә? – тип һораны. – Бар, – тине Раббы. – Ҡайҙа барырға һуң? – тип һораны Дауыт. – Хевронға, – тине Раббы.


Дауыт Хевронда Йәһүҙә ырыуына барлығы ете йыл да алты ай батша булып торҙо.


Ул ҡәлғәләрҙе нығыта, уларға мөдирҙәр ҡуйып сыға, ашлыҡ, зәйтүн майы һәм шарап һаҡлағыстар яһата.


Пелештиҙәр ҙә Йәһүҙәнең Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларына һөжүм итеп, Бейт-Шәмәште, Айялонды, Гедероҫты, Сохоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә, шулай уҡ Тимна менән Гимзоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ала һәм шунда төпләнә.


Тәүҙә улар Цин сүленән алып Лево-Хамаҫ янындағы Реховҡа тиклемге ерҙәрҙе ҡарап сыҡты,


Раббы әмөриҙәрҙе исраилдар ҡулына тапшырған көндө Йушағ Раббыға ялбарып, бөтә Исраил халҡының күҙ алдында: – Ҡояш, Ғивғон өҫтөндә туҡтап ҡал, Ай, Айялон үҙәне өҫтөнән ҡуҙғалма, – тине.


Йушағ Ғәғлондан бөтә исраилдар менән бергә Хевронға ҡаршы күтәрелде һәм уға һөжүм итте.


Хеврон әле лә ҡынизи Йефунне улы Калевтың ере булып ҡала – сөнки Калев Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булды.


Йефунне улы Калевҡа Йәһүҙә нәҫел-нәсәбе еренән өлөш бүлеп бирелде – Раббы Йушағҡа шулай ҡушҡайны. Был Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһы, Ғанаҡтың атаһы Арбағтың ҡалаһы ине.


Шефелала: Әштәол, Сорға, Ашна,


Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ