18 Рехавғам батша мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе булған Һадорамды ебәргәс, исраилдар уны таш бәреп үлтерә. Рехавғам тиҙ генә яу арбаһына менеп ултырып, Йәрүсәлимгә ҡасып өлгөрә.
Ахишар – батша һарайы идарасыһы; Адонирам Ғавда улы – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе.
Уларҙың ун меңен ай һайын Ливанға ебәреп торҙо. Улар бер ай Ливанда була, ике айлап өйҙә ҡала ине. Батша Адонирамды бөтә эшселәргә етәксе итеп билдәләне.
Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡала.
Әммә Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторола, батша бойороғо буйынса, уны Раббы ҡорамы ихатаһында таш бәреп үлтерәләр.