Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 10:17 - Изге Яҙма

17 Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 10:17
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам.


Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡалды.


Батшаның халыҡты тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ, таралышайыҡ! Дауыт нәҫеле инде үҙ йортона ғына ҡараһын! – тиҙәр ҙә барыһы ла өйҙәренә ҡайтып китәләр.


Рехавғам батша мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе булған Һадорамды ебәргәс, исраилдар уны таш бәреп үлтерә. Рехавғам тиҙ генә яу арбаһына менеп ултырып, Йәрүсәлимгә ҡасып өлгөрә.


Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир туплай. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш була.


Һәр ҡаланы ҡалҡан һәм һөңгөләр менән тәьмин итә, уларҙы бик ныҡ нығыта. Йәһүҙәләр һәм бинйәминдәр уның ҡул аҫтында ҡала.


– Йәһүҙә батшаһы Сөләймән улы Рехавғамға, Йәһүҙәлә йәшәгән бөтә исраилдарға һәм Бинйәмин ырыуына әйт,


– Эй әҙәм улы, бер таяҡ ал да уның өҫтөнә «Йәһүҙә һәм уға теләктәш булған исраилдар» тип яҙ. Шунан икенсе бер таяҡ ал, уның өҫтөнә «Йософ һәм уға теләктәш булған бөтә Исраил халҡы» тип яҙ. Был – Әфраим таяғы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ