15 Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалмай, сөнки Алла ихтыяры менән шулай булырға тейеш була. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай була.
Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.
Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды.
Раббы былай ти: «Туғандарығыҙ Исраил халҡына ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ. Өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббының әйткәнен тыңланы һәм Уның ҡушыуы буйынса ҡайтып китте.
Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте.
Раббы былай ти: «Туғандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ, өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббы әйткәнде тыңлай, кире борола, Яровғамға ҡаршы бармай.
Раббы ихтыяры буйынса Ахазъяһ, Йорам янына килеп, үлемен шунда табырға тейеш була. Бында килгәс, улар Йорам менән бергәләп Нимши улы Йеһуҙы ҡаршы алырға сығалар. Йеһуҙы Раббы Ахав йортон юҡ иттерер өсөн һайлап алған була.
Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.
Раббы уларҙың зиһенен томаланы. Улар Мысырҙы юлынан яҙҙырҙы – Мысыр, иҫерек һымаҡ сайҡалып, Үҙ ҡоҫҡолоғонда тапана.
Улар бер-береһенә: – Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште. Был хәл Изге Яҙмалағы: «Кейемдәремде үҙ-ара бүлешеп алдылар, ябынсам өсөн йәрәбә ырғыттылар», – тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне.
Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.
Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.
Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.
Был – Раббы ихтыяры ине, әммә Шимшондың атаһы менән әсәһе был турала белмәне. Ул заманда Исраилда хакимлыҡ иткән пелештиҙәргә ҡаршы көрәшеү өсөн Раббының сәбәп эҙләүе ине.
Кеше кешегә ҡаршы гонаһ ҡылһа, Алла аралашсы була алыр. Әммә кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, кем уға аралашсы булыр? – тине. Тик улар аталарының әйткәнен тыңламаны, сөнки Раббы улар үлергә тейеш тип ҡарар ҡылғайны инде.