4 Ә Ҡыръяҫ-Еғаримдан Дауыт килтерткән Алла һандығы ул Йәрүсәлимдә ҡорҙортҡан сатырҙа торған була.
Раббы һандығын алып килеп, уны үҙ урынына – Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуйҙылар. Дауыт Раббы хозурында тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе.
Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды.
Дауыт үҙе өсөн Дауыт ҡалаһында йорттар төҙөй, Алла һандығы өсөн урын әҙерләй – сатыр ҡора.
Дауыт уларға былай ти: – Һеҙ, Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары, үҙегеҙ ҙә, туғандарығыҙ ҙа пакланығыҙ һәм Исраил Аллаһы Раббының Килешеү һандығын мин әҙерләгән ергә килтерегеҙ;
Раббы һандығын уны ҡуйырға тип әҙерләнгән ергә килтерер өсөн Дауыт барлыҡ исраилдарҙы Йәрүсәлимгә йыя.
Алла һандығын алып килеп, Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуялар. Аллаға тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерәләр.
Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Сөләймән Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡыра.
Ә мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.
Исраилдар юлға сыҡты һәм өсөнсө көнөнә хиууи ҡалалары Ғивғон, Кефира, Беероҫ һәм Ҡыръяҫ-Еғарим янына килеп туҡтаны.