13 Ғивғондағы табыныу ҡалҡыулығынан, Осрашыу сатыры янынан, Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Сөләймән исраилдар өҫтөнән хакимлыҡты ғәмәлгә ашыра башлай.
Сөләймән бөтә Исраилға батшалыҡ итте.
Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыя. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы була. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштыра.
Шунан бөтә йыйынды эйәртеп Сөләймән Ғивғондағы табыныу ҡалҡыулығына йүнәлә, сөнки унда Алланың әүәл Раббы ҡоло Муса сүлдә яһатҡан Осрашыу сатыры була.