Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 1:11 - Изге Яҙма

11 Алла Сөләймәнгә былай тип яуап бирә: – Йөрәк түреңдә нәҡ ошо уй ятҡанға күрә, мал-мөлкәт, дан-шөһрәт, дошмандарыңдың йәнен йә булмаһа үҙеңә оҙон ғүмер түгел, ә Мин һине батша итеп ҡуйған халҡыма идара итерлек зиһен үә ғилем һорағаның өсөн,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 1:11
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн бөтә донъя уны күрергә атлығып тора ине.


Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр.


Ләкин Раббы атайым Дауытҡа: «Күңелеңдә Миңә атап ҡорам төҙөргә теләгең бар. Был бик яҡшы.


Дауыт, аяғүрә баҫып, былай ти: – Ағай-энем, халҡым, тыңлағыҙ мине! Аллабыҙға аяҡ баҫыр урынды – Раббының Килешеү һандығын урынлаштырыу өсөн йорт һалыу ниәтен күңелемдә күптән йөрөтә инем. Төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡты ла әҙерләгәйнем.


зиһен үә ғилем бирелер һиңә. Ә мал-мөлкәтте, дан-шөһрәтте Мин һиңә былай ҙа бик мул бирермен – һиңә тиклемге батшаларҙың да, һинән һуң киләсәктәренең дә береһендә лә ул тиклем булмаған да, булмаҫ та.


Зирәк кешенең аҡылы – үҙ юлын белеүҙә, Аҡылһыҙҙар ахмаҡлығы – уларҙың алдашыуында.


сөнки эстән ул үҙ файҙаһын иҫәпләй, «Аша ла эс», – тиер һиңә, тик күңеле менән һинең янда булмаҫ.


Минең ҡөҙрәтем менән батшалар идара итә, хакимдар ғәҙеллек урынлаштыра.


Һатҡанға тиклем дә был ер һинеке ине, һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке булып ҡалды бит. Ни өсөн мутлашырға уйланың? Бының менән һин кешеләрҙе түгел, Алланы алданың.


Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


Арағыҙҙа кемегеҙ аҡыллы һәм аңлы? Шул әҙәм ғәмәлдәренең зирәк аҡылдан килгән тыйнаҡлыҡ аша башҡарылыуын үҙенең лайыҡлы тормошо менән күрһәтһен.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.


Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ