Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 1:10 - Изге Яҙма

10 Хәҙер миңә был халыҡтың эсен-тышын аңларлыҡ зиһен үә ғилем бир, юғиһә Һинең бөйөк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен? – ти.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 1:10
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.


Шуға күрә миңә яҡшы менән яманды айырырлыҡ, халҡыңа ғәҙел хөкөм ҡылырлыҡ аҡыл бирһәң ине. Юғиһә Һинең ошо тиклем күмәк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен?


Һине Исраил өҫтөнән ҡуйғас, Аллаң Раббының ҡанунын үтәр өсөн һиңә зиһен һәм аҡыл бирә күрһен.


Иң мөһиме – аҡыл. Аҡыл тупла, мал-мөлкәттән ғәйре белем йыйна.


Минең ҡөҙрәтем менән батшалар идара итә, хакимдар ғәҙеллек урынлаштыра.


халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.


Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң?


Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан.


– Миңә инде йөҙ егерме йәш. Бынан ары һеҙгә етәкселек итә алмайым. Раббы ла миңә: «Һин Иордан йылғаһын аша сыҡмаясаҡһың», – тине.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ