Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 1:1 - Изге Яҙма

1 Дауыт улы Сөләймән батша булараҡ бик нығына. Раббы Аллаһы уның менән була, абруйын үҫтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 1:1
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул осорҙа Авимәләх үҙенең ғәскәр башлығы Пихол менән бергә Ибраһимға килеп былай тине: – Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора.


Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.


Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.


Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.


Сөләймән атаһы Дауыттың тәхетенә ултырҙы һәм уның батшалығы бик ҡеүәтле булды.


Батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа әмер бирҙе. Ул барып Шимғиҙе үлтерҙе. Шулай итеп, Сөләймән батшалыҡты ныҡлап үҙ ҡулына алды.


Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.


Бына хәҙер, улым, Раббы һинең менән булһын! Эштәрең уңыш ҡаҙанһын, Ул әйткәнсә, һиңә Раббың Аллаға йорт төҙөргә насип итһен.


Алтын, көмөш, баҡыр, тимерҙең иҫәбе-һаны юҡ, башла, эшлә. Раббы һинең менән булһын.


Сөләймән Дауыт урынына Раббы тәхетенә ултырып, атаһы Дауыт урынына батша була. Ул ҙур уңыштарға ирешә, бар Исраил уға буйһона.


Раббы Сөләймәнде бөтөн Исраил алдында ҙурлай һәм әлегә тиклем Исраилда бер батшаға ла күрһәтелмәгән дәрәжәлә дан-шөһрәт менән бүләкләй.


уның батшалыҡ итеүе, күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, уға ҡағылышлы ваҡиғалар һәм Исраил менән, шулай уҡ ерҙәге бөтә батшалыҡтар менән булған хәлдәр барыһы ла һүрәтләнә.


Күптәр Йәрүсәлимгә Раббыға тип бүләктәр, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа затлы әйберҙәр килтерә. Ошо хәлдәрҙән һуң уның бар халыҡтар алдында абруйы үҫә бара.


Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Раббы Йушағҡа: – Бөгөндән башлап Мин бөтә Исраил халҡы алдында һинең абруйыңды күтәрәм. Улар, Мин Муса менән бергә булған кеүек, һинең менән дә бергә булыуымды аңлар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ