Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 9:7 - Изге Яҙма

7 Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 9:7
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Туғандары Йософтоң өйөнә алып барыуҙарынан шомланып, бер-береһенә: – Беҙҙе унда тоҡтарыбыҙҙағы теге көмөш өсөн алып бармайҙармы икән? – тиештеләр. – Улар һөжүм итеп беҙгә ташланырҙар ҙа үҙебеҙҙе ҡол итерҙәр, ишәктәребеҙҙе тартып алырҙар инде!


– Тынысланығыҙ, – тине уларға хеҙмәтсе, – ҡурҡмағыҙ. Моғайын, һеҙҙең Аллағыҙ – атайығыҙ Аллаһы – тоҡтарығыҙға хазина һалғандыр. Ул саҡта мин көмөштө тулыһынса алғайным! Шунан уларға Шимғонды алып килде.


Һиңә хакимыңдың һарайын бирҙем, ҡатындарын ҡуйыныңа ятҡырып, Исраил менән Йәһүҙә батшалығын ҡулыңа тапшырҙым. Әгәр ҙә һиңә был да аҙ булһа, тағы ла өҫтәп бирер инем.


Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине.


Батша иһә: – Ниңә һөйләп тораһың быларҙы? Сива менән икәүләп баҫыуҙарҙы үҙ-ара бүлешеп алығыҙ, тип бойорам, – тине.


Батша Барзиллайға: – Әйҙә минең менән Йәрүсәлимгә, инде унда һинең турала мин хәстәрлек күрермен, – тине.


Әммә батша Шаулдың ейәне, Йонаҫандың улы Мефи-Бошеҫты аяны, сөнки Шаул улы Йонаҫан менән Дауыт Раббы алдында бер-береһенә ант иткәйне.


Бер көндө Дауыт: – Шаул тоҡомонан берәйһе иҫән ҡалманымы икән? – тип һораны. – Йонаҫан хаҡына мин уға игелек ҡылыр инем.


Һин дә, улдарың менән хеҙмәтселәрең дә уның ерҙәрен эшкәртеп, уңышын йыйып бирерһегеҙ, хакимыңдың ейәненең ашарына мул булһын. Хакимыңдың ейәне Мефи-Бошеҫ үҙе һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашар. Сиваның ун биш улы, егерме ҡоло бар ине.


Ул батшаға: – Хакимым батша мин ҡолона ни ҡушһа, барыһы ла үтәлер, – тине. Мефи-Бошеҫ, батша улдары һымаҡ, Дауыт менән бер өҫтәл артында ризыҡланды.


Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә йәшәне һәм һәр ваҡыт батша менән бер өҫтәлдән ризыҡланды. Уның ике аяғы ла аҡһаҡ ине.


– Шаул тоҡомонан берәй иҫән кеше ҡалмағанмы? – тине батша. – Мин уға Алла хаҡына игелек күрһәтер инем. – Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар, – тине Сива батшаға.


Ғилғәд кешеһе Барзиллайҙың улдарына мәрхәмәт ҡыл, табыныңда ултырғандар араһында уларға ла урын бир, сөнки Авшалом ағайыңдан ҡасып барған сағымда улар миңә ныҡ ярҙам итте.


Йеһояхин зиндан кейемдәрен алмаштырҙы, ошо көндән алып ғүмеренең аҙағына тиклем батша менән бер табындан ашаны.


Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.


Йеһояхин зиндан кейемдәрен алмаштырҙы, ошо көндән алып ғүмеренең аҙағына тиклем батша менән бер табындан ашаны.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡына: «Тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ, бер-берегеҙгә миһырбанлы һәм рәхимле булығыҙ.


Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир.


Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәргә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин – уның менән, ә ул – Минең менән.


Тик Раббынан ҡурҡығыҙ, Уға бөтә йөрәктән тоғро хеҙмәт итегеҙ. Уның һеҙҙең өсөн ниндәй бөйөк эштәр башҡарғанын аңлағыҙ!


хатта Раббы Дауыттың бөтә дошмандарын ер йөҙөнән юҡ иткән саҡта ла, нәҫел-ырыуымды яҡшылығыңдан мәңге мәхрүм итмә!


Янымда ҡал, ҡурҡма! Кем минең йәнемде көҫәй, шул һине лә һәләк итергә ниәтләй. Минең янымда саҡта хәүефһеҙлектә булырһың, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ