3 – Шаул тоҡомонан берәй иҫән кеше ҡалмағанмы? – тине батша. – Мин уға Алла хаҡына игелек күрһәтер инем. – Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар, – тине Сива батшаға.
Ул иһә былай тип яуап бирҙе: – Хакимым батша, хеҙмәтсем алданы мине. Мин ҡолоң аҡһаҡ булғас, ишәгемде эйәрләп алайым да шуға ултырып, батшам менән китәйем, тип тора инем.
Ә ул мин ҡолоңа һинең алда яла яҡты. Хакимым батша, һин Алланың фәрештәһе кеүекһең; инде ни теләһәң, шуны эшлә.
Шаул улы Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар ине. Изреғилдән Шаул менән Йонаҫандың үлеме тураһында хәбәр килгән көндө, бала ҡараусы ҡатын ошо биш йәшлек малайҙы алып ҡаса. Ашыға-ашыға йүгереп барғанда, ул ҡатын уны ҡулынан төшөрөп ебәрә лә бала аҡһаҡ булып ҡала. Мефи-Бошеҫ исемле була ул.
Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә йәшәне һәм һәр ваҡыт батша менән бер өҫтәлдән ризыҡланды. Уның ике аяғы ла аҡһаҡ ине.
Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.
Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ.
ләкин Раббы бары тик аталарығыҙҙы ғына яҡын күрҙе һәм яратты. Бөгөн күргәнегеҙсә, бар халыҡтар араһынан һеҙҙе, уларҙың тоҡомон, һайлап алды.
Аталарығыҙҙы яратҡанға күрә уларҙан һуң һеҙҙе, уларҙың тоҡомон һайланы һәм Үҙенең бөйөк ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡты.