Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 9:11 - Изге Яҙма

11 Ул батшаға: – Хакимым батша мин ҡолона ни ҡушһа, барыһы ла үтәлер, – тине. Мефи-Бошеҫ, батша улдары һымаҡ, Дауыт менән бер өҫтәл артында ризыҡланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 9:11
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Хакимыбыҙ батша нисек ҡарар итһә, шуны эшләрбеҙ, беҙ – һинең ҡолдарың, – тип яуап ҡайтарҙы батшаның хеҙмәтселәре.


Уның янында Бинйәминдән мең кеше һәм Шаул йортоноң хеҙмәтсеһе Сива менән уның ун биш улы, егерме хеҙмәтсеһе бар ине. Улар бөтәһе лә Иорданға батшаны ҡаршыларға йүгерҙе.


Шаулдың ейәне Мефи-Бошеҫ та батшаны ҡаршыларға килде. Ул батша ҡаланан сығып киткәндән алып иҫән-аман кире әйләнеп ҡайтҡанға тиклем аяғын йыумай, һаҡалын киҫмәй, кейемен дә йыумағайны.


Ул иһә былай тип яуап бирҙе: – Хакимым батша, хеҙмәтсем алданы мине. Мин ҡолоң аҡһаҡ булғас, ишәгемде эйәрләп алайым да шуға ултырып, батшам менән китәйем, тип тора инем.


Һин дә, улдарың менән хеҙмәтселәрең дә уның ерҙәрен эшкәртеп, уңышын йыйып бирерһегеҙ, хакимыңдың ейәненең ашарына мул булһын. Хакимыңдың ейәне Мефи-Бошеҫ үҙе һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашар. Сиваның ун биш улы, егерме ҡоло бар ине.


Мефи-Бошеҫтың Миха исемле бәләкәй улы бар ине. Сива йортонда йәшәгән бөтә кеше Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтселәренә әүерелде.


Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә йәшәне һәм һәр ваҡыт батша менән бер өҫтәлдән ризыҡланды. Уның ике аяғы ла аҡһаҡ ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ