5 Дамаскта йәшәгән арами халҡы Сова батшаһы Һададғәзәргә ярҙамға килгәс, Дауыт уларҙың егерме ике мең кешеһен үлтерҙе.
Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы.
Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улы Евфрат йылғаһы буйындағы биләмәләрен кире ҡайтарыу ниәте менән килгәс, Дауыт уны ла тар-мар итте.
Алла асыуын теҙгендә тотмаҫ, Раһавтың ярҙамсылары Уның аяғы аҫтында аунар.
Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше, Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә. Раббы ҡулын күтәргән сағында Ярҙамға килгән абыныр, Ярҙам алғаны йығылыр, Һәммәһе бер юлы һәләк булыр.
Сөнки Дамаск – бары тик Арамдың баш ҡалаһы; Ресин да бары тик Дамасктың башлығы. Әфраим алтмыш биш йылдан тар-мар ителер, Ул халыҡ булыуҙан туҡтар.