4 Дауыт уның бер мең ете йөҙ һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә алды. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтырҙы.
Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, Улар ҡорон урап үтә минең юлым. Асыуҙарында улар кеше үлтерҙе, Ҡыҙыҡ өсөн үгеҙ имгәттеләр.
Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыйҙы. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы бар ине. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштырҙы.
Дауыт уның мең яу арбаһын, ете мең һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә ала. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтыра.
Һин мәңге уны фатихалайһың, Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың.
Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.
Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма уларҙан. Иртәгә, ошо сәғәткә, Мин Үҙем уларҙың барыһын да үлтерелгән килеш Исраилдың ҡулына бирәм. Һин уларҙың аттарының һеңерҙәрен ҡырҡырһың һәм яу арбаларын яндырырһың, – тине.
Йушағ дошмандары менән Раббы ҡушҡанса эшләне – аттарының һеңерҙәрен ҡырҡты, яу арбаларын яндырҙы.