14 Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы.
Раббы уға: – Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер, – тине.
Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!
Дауыттың ҡеүәте арта барҙы, абруйы күтәрелде, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән булды.
Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.
Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡылды, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итте.
Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.
Ҡасандыр элек, Дауыт эдомдар менән һуғышҡанда, ғәскәр башлығы Йоав мәйеттәрҙе ерләргә килгәйне һәм илдәге барлыҡ ир-егеттәрҙе ҡырғайны.
Ул саҡта Эдомда батша юҡ, тик батшаның вәкиле генә бар ине.
Йеһошафат Офирға алтынға йөрөр өсөн Таршиш караптары төҙөттө. Ләкин улар барып етә алманы – Ғәсйон-Ғәвәрҙә һәләкәткә осраны.
Амасъяһ Тоҙло үҙәндә ун мең Эдом яугирен ҡырҙы. Ул Села ҡалаһын яулап алды һәм уға Йоҡтеил тип исем бирҙе. Был ҡала бөгөнгә тиклем шулай атала.
Раббы һәр саҡ Хизкияһ менән булды, шуға күрә ниндәй эшкә тотонһа ла, ул уңыш ҡаҙанды. Хизкияһ башҡаса Ашшур батшаһына хеҙмәт итергә теләмәйенсә, баш күтәрҙе.
Шунан ул Эдомдың бөтә ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһона. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандыра.
Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.