5 – Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Һиңәме ни Мин төйәкләнер йортто һалырға?
Әммә шул төндө Наҫанға Раббы һүҙе иңде:
Батша бойороғо буйынса, ҡорамдың нигеҙен юнылған таштарҙан һалыр өсөн ҙур-ҙур яҡшы таштарҙы ҡырҡтылар.
– Бына һин ҡорам төҙөйһөң. Минең ҡанундарымды тотоп, ҡағиҙәләрем буйынса йәшәһәң, бойороҡтарымды үтәһәң, атайың Дауытҡа биргән вәғәҙәмде һинең аша бойомға ашырырмын.
– Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Мин төйәкләнер йортто һин төҙөмәҫһең.
Әммә Алла миңә былай тип әйтте: «Минең исемемә бағышланған йортто һин төҙөмәйәсәкһең, сөнки Һин һуғышсыһың һәм ҡан ҡойҙоң», – тине.
Кеше күңелендә ниәт ҡора, әммә бөтә нәмәгә яуап – Раббынан.
Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?