28 Эй Раббы Хакимым! Һин – Аллаһың, Һинең әйткән һүҙҙәрең хаҡтыр! Үҙеңдең ҡолоңа ана шундай игелек вәғәҙә иттең!
Раббы Муса алдынан үтеп, былай иғлан итте: – Раббы, Раббы, рәхимле һәм мәрхәмәтле, сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле һәм тоғро Раббы Алла.
Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?
Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән Үҙеңә бағышла, ә хәҡиҡәт – Һинең һүҙең.
Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.