Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 7:2 - Изге Яҙма

2 Көндәрҙән бер көндө батша Наҫан пәйғәмбәргә: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Алла һандығы сатырҙа тора, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 7:2
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Изге һандыҡ та, Исраил менән Йәһүҙә ғәскәрҙәре лә ҡыуышта йәшәй, хакимым Йоав менән уның яугирҙәре лә асыҡ яланда ҡуна, – тине Урияһ. – Ә мин өйөмә ҡайтып, ашап-эсеп, ҡатыным менән йоҡлап ятайыммы? Һинең менән, һинең ғүмерең менән ант итеп әйтәм: мин улай эшләйһе түгелмен.


Раббы Наҫан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ебәрҙе. Наҫан, уның янына килеп, былай тине: – Бер ҡалала ике кеше йәшәгән: береһе бай, икенсеһе фәҡир булған.


Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәр ебәрҙе. Улар кедр ағастары алып килде. Шулай уҡ балта оҫталары, ташсылар килде. Улар Дауытҡа бер һарай төҙөп бирҙе.


Раббы һандығын алып килеп, уны үҙ урынына – Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуйҙылар. Дауыт Раббы хозурында тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе.


Наҫан Дауытҡа бөтә ошо һүҙҙәрҙе һәм Раббынан иңгән күренмеште һөйләп бирҙе.


Баҫ-Шевағ батша менән һөйләшкән арала, Наҫан пәйғәмбәр килеп етте.


Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы.


Ғазаръяһ Наҫан улы – өлкә башлыҡтары етәксеһе; Завуд Наҫан улы – ҡаһин һәм батшаның кәңәшсеһе;


Атайым Дауыт Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам төҙөргә ниәтләгәйне, – тип дауам итте Сөләймән. –


Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәре менән батша йортон һалыу өсөн кедр ағастары, ташсылар һәм балта оҫталары ебәрә.


Алла һандығын алып килеп, Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуялар. Аллаға тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерәләр.


– Улым! – ти Дауыт Сөләймәнгә. – Мин Раббы Аллам хөрмәтенә йорт һалырға ниәтләгәйнем.


Дауыт батшаның барлыҡ эш-ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Шемуил әүлиәнең һәм Наҫан пәйғәмбәрҙең, шулай уҡ Ғад әүлиәнең яҙмаларында тасуирлана:


Ә Ҡыръяҫ-Еғаримдан Дауыт килтерткән Алла һандығы ул Йәрүсәлимдә ҡорҙортҡан сатырҙа торған була.


Батша һуҡма тәрилкәләр, лира һәм арфалар тотҡан левиҙәрҙе Раббы ҡорамына ҡуя, быны Дауыт менән батша әүлиәһе Ғад һәм Наҫан пәйғәмбәр ҡағиҙәһенә ярашлы эшләй. Был – Раббының уның пәйғәмбәрҙәре аша ебәрелгән ҡағиҙәһе була.


Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.


Был Һарундың башына һөртөлгән, Һаҡалынан ағып төшкән затлы майҙай, Кейеменең яғаһына ағып төшкән еҫле май һымаҡ;


Һандыҡты Изге торлаҡҡа индерҙе һәм, Раббы ҡушҡанса, пәрҙә элеп, Килешеү һандығын ҡапланы.


– Раббы йорто емерек килеш ятҡанда, һеҙҙең үҙегеҙгә күркәм йорттарҙа йәшәргә ваҡыт еткәнме?


Шунда Уның шәкерттәре Изге Яҙмалағы: «Һинең йортоң өсөн йән атып, янып-көйәм мин», – тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө.


Алла Дауытты яҡын күргән, һәм Дауыт, Яҡуп Аллаһы өсөн торлаҡ һалырға тип, Унан рөхсәт һораған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ