Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 7:18 - Изге Яҙма

18 Дауыт Раббы хозурына барып ултырҙы. Доға ҡылып, былай тине: – Эй Раббы Хакимым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 7:18
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.


Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә мине лә, балаларым менән әсәләрен дә үлтерер!


Алла ҡаршыһында минең йорт-ғаиләм дә шулай түгелме? Ул минең менән мәңгелек килешеү төҙөнө, Был килешеү ҡаҡшамаҫ һәм ышаныслы. Ул мине һәр саҡ ҡотҡара, теләгәнемде бирә.


Наҫан Дауытҡа бөтә ошо һүҙҙәрҙе һәм Раббынан иңгән күренмеште һөйләп бирҙе.


Дауыт Раббы хозурына барып ултыра. Доға ҡылып, былай ти: – Эй Аллам Раббым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең!


Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.


Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым, Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным.


– Фирғәүенгә барып, Исраил халҡын Мысырҙан алып сығырға мин кем һуң? – тип һораны Муса Алланан.


Хизкияһ батша, хатты илселәрҙең ҡулынан алып уҡығандан һуң, Раббы йортона китте. Унда килгәс, хатты Раббы хозурында йәйеп һалды ла,


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


– Эй бөйөк Хакимым! Исраилды мин нисек ҡотҡарайым? – тип ҡаршы төштө Гидғон. – Нәҫелем дә менашшелар ырыуында иң ярлыһы, үҙем дә атам йортонда иң кесеһемен.


Рут эйелеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Мин ни өсөн һинең күҙеңдә шулай мәрхәмәт ҡаҙандым? Сит ил кешеһе булыуыма ҡарамаҫтан, ниңә мине хәстәрләйһең? – тип һораны.


Шемуил былай тип бәйән итте: – Үҙеңде түбән тип һанаған хәлдә лә Исраил ырыуҙарына башлыҡ булманыңмы? Раббы һине мәсехләп, Исраилға батша итеп ҡуйманымы ни?


Әммә Дауыт Шаулға: – Батшаға кейәү булырға, үҙем кем дә Исраилда ғаиләм һәм атамдың нәҫел-нәсәбе кем? – тип яуап бирҙе.


Шаул уға: – Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ