Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 7:16 - Изге Яҙма

16 Һинең йортоң, һинең батшалығың Минең хозурымда һис ҡаҡшамаҫ, тәхетең мәңге ныҡ булыр!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 7:16
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Үҙе ҡуйған батшаға Ул бөйөк еңеүҙәр бирә, Үҙенең мәсихе – Дауытҡа һәм тоҡомона Мәңгелек тоғро мөхәббәтен күрһәтә».


Ул Минең исемемә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.


Наҫан Дауытҡа бөтә ошо һүҙҙәрҙе һәм Раббынан иңгән күренмеште һөйләп бирҙе.


Шул ваҡытта Раббының миңә: «Әгәр улдарың Минең хозурымда хаҡ юлдан йөрөһә, бөтөн йөрәге һәм бар булмышы менән Миңә тоғро булһа, Исраил тәхетендә нәҫелең ҡоромаҫ», – тип әйткән һүҙҙәре бойомға ашыр.


атайың Дауытҡа: «Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип биргән һүҙемде тотоп, батшалығыңды мәңге тотороҡло ҡылырмын.


Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».


Шулай булһа ла Раббы, ҡоло Дауыт хаҡына Йәһүҙәне һәләк итергә теләмәй ине, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргәйне.


Инде, йә Раббым, Исраил Аллаһы, ҡолоңа, атайым Дауытҡа, биргән тағы бер вәғәҙәңде үтәһәң ине. Уға: «Балаларың да һинең кеүек, Минең ҡанунымды үтәп, хаҡ юлымдан йөрөһә, Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип әйткәйнең.


Ул тәҡүәнән күҙен ситкә алмаҫ, Уны батшалар рәтендә тәхеткә ултыртыр, Мәңгелеккә юғары күтәрер.


Алла – ул ҡаланың уртаһында, Шуға күрә лә ҡоламаҫ ҡала. Таң тыуыуға Алла уға ярҙам итер.


Уларҙы тормоштоң ауырлығы ситләп үтә, Башҡаларҙай ыҙа сикмәйҙәр.


Кешене ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһың, «Эй әҙәм балалары, тупраҡҡа ҡайтығыҙ!» – тиһең.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.


был ҡаланың ҡапҡаларынан Дауыт тәхетендә ултырған батшалар, уларҙың ярандары яу арбаларында һәм һыбайлап, Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр һәр саҡ инеп-сығып йөрөр. Был ҡала мәңге йәшәр.


Раббы былай ти: – Исраил тәхетендә Дауыттың нәҫеле мәңге ултырыр.


Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Уға хакимлыҡ, хөрмәт һәм батшалыҡ бирелде. Бар халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр уға буйһондо. Уның хакимлығы – бөтмәҫ-төкәнмәҫ, мәңгелек хакимлыҡ. Уның батшалығы һис ҡасан емерелмәҫ.


Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.


Халыҡ Уға: – Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул Әҙәм Улы? – тип яуапланы.


Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, тәхетең Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Мин ҡолоңдоң ғәйебен кисерә күр, зинһар. Раббы хакимыма мотлаҡ ышаныслы йорт ҡорор, сөнки хакимым Раббының һуғыштарын алып бара. Ә яуызлыҡ һиндә ғүмерҙә лә булмаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ