12 Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.
Раббы тағы өндәште: – Юҡ, ул һинең вариҫың булмаясаҡ, үҙ балаң вариҫың буласаҡ.
Үҙе ҡуйған батшаға Ул бөйөк еңеүҙәр бирә, Үҙенең мәсихе – Дауытҡа һәм тоҡомона Мәңгелек тоғро мөхәббәтен күрһәтә».
Юғиһә, хакимым батша ата-бабалары хозурына күскәс, мин һәм улым Сөләймән енәйәтсе булып ҡалырбыҙ.
«Бөгөн минең вариҫымды тәхетемә ултыртҡан һәм шуны үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип иткән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын!» – тине.
Әжәле яҡынлашҡас, Дауыт батша улы Сөләймәнгә былай тип васыят әйтте:
Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.
Шул ваҡытта Раббының миңә: «Әгәр улдарың Минең хозурымда хаҡ юлдан йөрөһә, бөтөн йөрәге һәм бар булмышы менән Миңә тоғро булһа, Исраил тәхетендә нәҫелең ҡоромаҫ», – тип әйткән һүҙҙәре бойомға ашыр.
Раббы атайым Дауытҡа: „Һинең тәхетеңә ултырасаҡ улың Минең исемемә бағышлап йорт һалыр“, – тигәйне. Шуға күрә Аллам Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн йорт төҙөргә ниәтләйем.
Батша былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ул атайым Дауытҡа Үҙ теле менән әйткәнен Үҙ ҡулы менән бойомға ашырҙы. Ул былай тигәйне:
Әммә был ҡорамды Миңә һин түгел, ә һинән тыуған улың төҙөр», – тип әйткән.
Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым.
атайың Дауытҡа: «Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип биргән һүҙемде тотоп, батшалығыңды мәңге тотороҡло ҡылырмын.
Шулай булһа ла Раббы, ҡоло Дауыт хаҡына Йәһүҙәне һәләк итергә теләмәй ине, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргәйне.
Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың хозурына күскәс, һинең нәҫелеңде, улдарыңдың береһен батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.
Атайым Дауытҡа биргән вәғәҙәң артабан да үтәлә күрһен, Раббым Аллам. Һин мине ерҙәге туҙан һымаҡ күп һанлы халыҡ өҫтөнән батша итеп ҡуйҙың.
Исраил Аллаһы Раббының Исраилға батшалыҡ итеүҙе Дауытҡа һәм уның нәҫеленә тоҙ килешеүе буйынса мәңгелеккә биргәнен белмәйһегеҙме ни?
Шулай булһа ла, Раббы Дауыт менән төҙөлгән килешеү хаҡына Дауыт йортон һәләк итергә теләмәй, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргән була.
Был йыйын Алла йортонда батша менән килешеү төҙөй. Йеһоядағ йыйылыусыларға былай ти: – Бына был батша улы! Раббының Дауыт нәҫеле хаҡында биргән вәғәҙәһенә ярашлы, тәхеткә ул ултырырға тейеш.
Үҙ телең менән ҡолоңа, атайым Дауытҡа, әйткән һүҙеңде бөгөн Үҙ ҡулың менән ғәмәлгә ашырҙың.
Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.
Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.
Раббы былай ти: – Исраил тәхетендә Дауыттың нәҫеле мәңге ултырыр.
Ер ҡуйынында ятҡандар араһынан Күптәр уяныр: Берәүҙәр – мәңгелек тормош, Икенселәр – хурлыҡ һәм мәңгелек ерәнгес өсөн.
Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.
Ул бик бөйөк булыр һәм Юғарыларҙан Юғарының Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға боронғо бабаһы Дауыттың тәхетен бирер.
Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.
Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.
Дауыт пәйғәмбәр була һәм Алланың тәхеткә үҙе урынына нәҫеленән береһен ултыртырға ант иткәнен белә.
Һеҙгә сер асам: беҙ бөтәбеҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк –
Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.
Беҙ Ғайсаның үлгәненә һәм үленән терелеүенә ышанабыҙ икән, Ғайса иманында үлем йоҡоһона талғандарҙың Алла тарафынан Уның менән бергә килтереләсәге лә дөрөҫ.