Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 7:10 - Изге Яҙма

10-11 Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Раббы шуны белдерә: Ул Үҙе һиңә йорт ҡорасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 7:10
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр ҙә Мин уларға бойорғанды һәм ҡолом Муса уларға әмер иткән бөтә ҡанунды теүәл үтәһәләр, Мин ата-бабаларына биргән ерҙән исраилдар мәңге китмәҫ», – тигәйне.


Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Һиңә шуны хәбәр итәм: Раббы Үҙе һиңә йорт ҡорасаҡ.


Әгәр ҙә Мин уларға Муса аша еткергән бөтә ҡанунды, ҡағиҙә һәм ҡарарҙарҙы үтәһәләр, Мин ата-бабаларығыҙға биргән ерҙән исраилдар мәңге китмәҫ», – тип әйткән була.


Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.


Таҡ ҡылысыңды билеңә, батыр яугир! Дан-шөһрәтең, дәрт-дарманыңа төрөнөп,


Бәләгә ҡалғас, Мине саҡырҙың – Мин һине ҡотҡарып алып ҡалдым; Йәшен болотонан яуап ҡайтарҙым, Мерива һыуҙарында һине һынаным. Села


Тыңла, халҡым, Мин киҫәтәм һине! Эй Исраил, һин Мине тыңлаһаң ине!


Фирғәүен шул саҡ үҙ халҡына былай тип бойорҙо: – Ғивриҙәрҙең яңы тыуған ир балаларын Нил һыуына ташлағыҙ, ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырығыҙ.


Халҡыңды килтереп ултыртырһың биләмәң булған тауыңа, Төйәкләнер өсөн Үҙеңә тип һайлаған урынға, Эй бөйөк Хакимым, Үҙ ҡулың менән торғоҙған Изге торлағыңа.


Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты, Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты. Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты, Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы. Баҡсаһынан татлы емеш көттө, Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.


Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.


Ҡайһы берҙә ниндәйҙер ҡәүем йәки батшалыҡ тураһында, нығытам һәм тамырландырам, тип әйтәм дә,


Уларға иғтибарымды йүнәлтеп, яҡшылыҡ ҡылырмын, был ергә ҡабат ҡайтарырмын. Уларҙы нығытырмын, ә бөлдөрмәм; уларҙы үҫтерермен, ә йолҡоп ташламам.


– Бынан ары Исраил халҡының осло сәнскәк, энәле күгән һымаҡ яралаусы, уға ерәнеп ҡараусы күршеләре булмаясаҡ. Шунда улар Минең Раббы Хаким икәнемде беләсәктәр.


Ул көндө Мин халҡым хаҡына Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Һөйрәлеүсе һәр тереклек менән килешеү төҙөрмөн. Был ерҙә йәйәне лә, ҡылысты ла, Һәр төрлө ҡоралды ла юҡ итермен, Халҡымды имен-аман йәшәтермен.


Уларҙы үҙ ерҙәрендә төпләндерәм, Бынан ары Мин биргән тупраҡтан Халҡымды һис кем йолҡоп ала алмаҫ!» – Аллаң Раббы шулай ти.


Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.


Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.


Пелешти яугиҙәре исраилдарҙы талау, барымта яһау өсөн өс төркөм булып тупламдарынан сыҡты. Уларҙың береһе Шуғал төбәгендәге Ғофраға,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ