Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 6:7 - Изге Яҙма

7 Шул саҡ Раббының Ғуззаға ҡаршы асыуы ҡабарҙы һәм Ул һандыҡҡа ҡағылырға батырсылыҡ иткән Ғуззаның ғүмерен өҙҙө. Ғузза шунда, Алла һандығы янында, йән бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 6:7
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының Ғуззаны һәләк итеүе Дауытты ҡайғыға һалды. Ошо төбәккә ул «Пәрәс-Ғузза» тип исем ҡушты. Был урын әле лә шулай тип йөрөтөлә.


Шул саҡ Раббының Ғуззаға асыуы ҡабара һәм, һандыҡҡа ҡағылырға ҡулын һуҙған өсөн, уның ғүмерен өҙә. Ғузза шунда Алла ҡаршыһында йән бирә.


сөнки теге юлы һеҙ быны эшләмәгән өсөн, беҙ Унан нисек булырға тейешен һорамаған өсөн Аллабыҙ Раббы беҙгә ҡаты асыуланды.


Шунан Дауыт былай ти: – Алла һандығын левиҙәрҙән башҡа бер кем дә йөрөтөргә тейеш түгел, сөнки уларҙы Алла һандығын йөрөтһөндәр һәм Үҙенә мәңге хеҙмәт итһендәр тип Раббы һайлаған.


Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен.


Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.


Ун көн тирәһе үткәс, Раббы Навалды ҡазаландырҙы, ул үлде.


Раббы һандығының эсен асып ҡараған өсөн, Алла Бейт-Шәмәш халҡынан етмеш кешене һәләк итте. Раббы ебәргән был оло ҡазаға халыҡ ныҡ иланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ