3 Алла һандығын Авинадавтың ҡашлаҡта ултырған йортонан алып сығып, өр-яңы еңел арбаға ҡуйҙылар. Арбаны Авинадавтың улдары Ғузза менән Ахйо алып барҙы.
сөнки теге юлы һеҙ быны эшләмәгән өсөн, беҙ Унан нисек булырға тейешен һорамаған өсөн Аллабыҙ Раббы беҙгә ҡаты асыуланды.
Шулай итеп, бер яңы арба яһағыҙ, тәүгә быҙаулаған ике тана һыйыр алығыҙ. Уларға бер ваҡытта ла ҡалып кейҙерелмәгән булһын. Һыйырҙарҙы арбаға егегеҙ, ә быҙауҙарын, айырып алып, бикләгеҙ.
Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәр Раббының һандығын барып алды. Уны Авинадавтың ҡалҡыулыҡта торған йортона алып менделәр, улы Әлғазарҙы изгеләндереп, Раббы һандығын һаҡларға тәғәйенләнеләр.