Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 6:22 - Изге Яҙма

22 үҙемде бынан ғәйре көлкө хәленә лә ҡуйырмын, үҙ-үҙемде тағы ла нығыраҡ түбәнһетермен, әммә һин әйткән ҡол ҡатындар алдында абруйым күтәреләсәк кенә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 6:22
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.


– Һинең атайыңдан, уның барлыҡ нәҫел-нәсәбенән өҫтөн күреп, мине Раббы халҡының – Исраилдың башлығы итеп ҡуйған Раббы хозурында уйнармын да, бейермен дә, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт. – Раббы хаҡына


Шаул ҡыҙы Михәлдең ғүмере буйына балалары булманы.


Һин дә Алла һымаҡ ҡеүәтлеме? Тауышың Уныҡылай күкрәйме?


Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».


Ҡорамға артылыусылар йыры. Иҫеңә төшөр, Раббы, Дауытты, Ул кисергән бөтә ғазаптарҙы;


Туҡмағандарға – арҡамды, Һаҡалымды йолҡҡандарға яңағымды ҡуйҙым; Битәрҙән һәм төкөрөктән битемде ҡапламаным.


Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр, Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ! Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ, Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ.


Был ваҡытта Петрус аҫта, ихатала ине. Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә,


Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки шөһрәт Рухы, Алла Рухы – һеҙҙә.


Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул, ваҡыты еткәс, һеҙҙе юғары күтәрер.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ