Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 6:21 - Изге Яҙма

21 – Һинең атайыңдан, уның барлыҡ нәҫел-нәсәбенән өҫтөн күреп, мине Раббы халҡының – Исраилдың башлығы итеп ҡуйған Раббы хозурында уйнармын да, бейермен дә, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт. – Раббы хаҡына

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 6:21
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.


Етен эфод кейгән Дауыт Раббы алдында әҫәрләнеп бейене.


Раббы һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап тора ине. Дауыт батшаның Раббы хозурында ырғый-һикерә бейегәнен күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уянды.


үҙемде бынан ғәйре көлкө хәленә лә ҡуйырмын, үҙ-үҙемде тағы ла нығыраҡ түбәнһетермен, әммә һин әйткән ҡол ҡатындар алдында абруйым күтәреләсәк кенә.


Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Раббы хозурында кипарис ағасынан эшләнгән уйын ҡоралдарында уйнап, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, шылтырауыҡ һелкеп һәм еҙ тәрилкәләр һуғып йырлай-йырлай, бейей-бейей күңел асты.


Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, Үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым.


Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап торған була. Дауыт батшаның ырғый-һикерә күңел асҡанын күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уяна.


Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә хуш килгән Ишай улы Дауытты таптым. Ул Мин нимә теләһәм, шуны эшләр», – тигән.


Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтәһен дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ.


Инде һинең батшалығың оҙаҡҡа бармаясаҡ. Раббы Үҙенең күңеленә хуш килгән кешене тапты, уны Үҙенең халҡына хаким итеп тәғәйенләне, сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең.


– Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. –


Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.


Ишай кеше ебәреп, улын килтертте. Ул ике бите ҡыҙарып янып торған, матур күҙле, күркәм йөҙлө ине. Раббы Шемуилға: – Тор, уны мәсехлә, һайлаған кешем ошо, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ