Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 6:14 - Изге Яҙма

14 Етен эфод кейгән Дауыт Раббы алдында әҫәрләнеп бейене.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 6:14
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо рәүешле Дауыт һәм бөтә Исраил халҡы Раббы һандығын шау-гөр килеп, мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып алып барҙы.


Дауыт үҙ йортона фатиха ҡылырға ҡайтҡас, Шаул ҡыҙы Михәл, уның ҡаршыһына сығып, былай тине: – Ҡара, нисек дан ҡаҙанды бөгөн Исраил батшаһы! Сисенеп ташлап, бер алйот кеше һымаҡ, хеҙмәтселәренең ҡол ҡатындары алдында шәрә йөрөнө!


Дауыт та, һандыҡты күтәреп барған левиҙәр, йырсылар ҙа, йырсыларҙың башлығы Кенанъяһ та йоҡа етендән тегелгән кейемдәрҙә була. Дауыт өҫтөнә етен эфод кейгән була.


Әйҙә улар бейей-бейей исемен данлаһын Уның, Дөңгөр ҡағып, арфа сиртеп, Уға мәҙхиә йырлаһын!


Дөңгөр ҡағып, бейей-бейей данлағыҙ! Ҡыллы уйын ҡоралдарында, Һыбыҙғыла уйнап данлағыҙ!


Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә, Йылдарым аһ-зар эсендә үтә. Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап, Быуын-һөйәктәрем иреп төштө.


Мине тәрән соҡор төбөнә һалдың, Ҡараңғылыҡҡа, упҡынға аттың.


Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар.


Мирйәм улар алдында ошо йырын һуҙҙы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Һыбайлыны аты менән диңгеҙгә бырғаны».


һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер.


Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.


Хаким халыҡ араһында булһын. Халыҡ менән бергә инһен һәм халыҡ менән бергә сыҡһын.


Атаның өлкән улы иһә был мәлдә ҡырҙа булған. Өйөнә ҡайтып етеп килгәндә, йыр-бейеү тауыштары ишеткән.


Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, йәнең һәм бар көсөң менән ярат.


Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, кешеләр өсөн түгел, ә Раббы өсөн эшләгән кеүек ихлас күңелдән башҡарығыҙ.


Ифтах Миспаға, үҙенең өйөнә әйләнеп ҡайтһа, ҡаршыһына, дөңгөр ҡағып һәм бейеп, ҡыҙы сыҡты. Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы ине, шунан башҡа улы ла, ҡыҙы ла юҡ ине.


Шило ҡыҙҙары күмәкләшеп бейергә төшһә, йүгереп сығығыҙ ҙа, һәр ҡайһығыҙ үҙегеҙгә кәләшлеккә берәй ҡыҙ эләктерә һалып, Бинйәмин еренә ҡайтығыҙ.


Үҫмер Шемуил иһә, етен эфод кейеп, Раббыға хеҙмәт итте.


Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем.


Шунда батша Доегҡа: – Бар, ҡаһиндарҙы һин үлтер! – тип бойорҙо. Эдом кешеһе Доег барып ҡаһиндарҙы үлтерҙе. Был көндө ул етен эфод кейгән һикһән биш кешенең йәнен ҡыйҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ