Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 6:12 - Изге Яҙма

12 Дауыт батшаға: «Раббы Алла һандығы арҡаһында Ғовед-Эдомдың бөтә ғаиләһенә, булған мал-мөлкәтенә бәрәкәтен биргән», – тигән хәбәр еткерҙеләр. Дауыт барып Алла һандығын һөйөнөс менән Ғовед-Эдом йортонан Дауыт ҡалаһына күсерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 6:12
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып алды, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы.


Сөләймән батша Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡырҙы.


Исраилдың барлыҡ аҡһаҡалдары килгәндән һуң, ҡаһиндар Килешеү һандығын күтәреп алды.


Ҡаһиндар менән левиҙәр Раббы һандығын, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе алып китте.


Левиҙәр, Раббы һүҙе буйынса Муса ҡушып ҡалдырғанса, Алла һандығын һайғауҙар менән яурындарына һалып, юлға сыға.


Бына шулай, һөйөнөс менән, Дауыт һәм Исраил аҡһаҡалдары, мең баштары Раббының Килешеү һандығын Ғовед-Эдом йортонан күсереп алып ҡайта.


Ғовед-Эдомдың улдары: баш балаһы – Шемағъяһ, икенсеһе – Йеһозавад, өсөнсөһө – Йоах, дүртенсеһе – Сахар, бишенсеһе – Неҫанил,


алтынсыһы – Ғаммиил, етенсеһе – Исасхар, һигеҙенсеһе – Пеғуллеҫай. Раббы уға шулай итеп фатихаһын бирә.


Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Сөләймән Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡыра.


Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ