10 Раббы һандығын үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтырға баҙнат итмәне, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуйҙы.
Шул саҡта батша Ғаҫ кешеһе Иттайҙан: – Ниңә һин беҙҙең менән китеп бараһың әле? – тип һораны. – Кире ҡайт та яңы батша менән ҡал, сөнки һин ватаныңдан ҡыуылған бер килмешәкһең.
Дауыт кешеләрен өс өлөшкә бүлде. Беренсеһенә – Йоавты, икенсеһенә Йоавтың туғаны – Серуяһ улы Авишайҙы, өсөнсөһөнә Ғаҫ кешеһе Иттайҙы башлыҡ итте. Батша яугирҙәренә: – Мин дә һеҙҙең менән барам! – тине.
Ҡасандыр Беероҫ халҡы Гиттаимға ҡасып киткән була һәм шунда ошо көнгә тиклем килмешәк хәлендә йәшәй.
Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып алды, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы.
Дауыт нығытмаға инеп урынлашты һәм уны Дауыт ҡалаһы тип атаны. Ул Миллонан башлап ҡаланың үҙәгенә тиклем төҙөнө.
Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя.
Шеванъяһ, Йошафат, Неҫанил, Ғамасай, Зәкәрьяһ, Бенаяһ һәм Әлиғәзәр ҡаһиндар Алла һандығы алдынан борғолар ҡысҡыртып бара. Ғовед-Эдом менән Йехияһ та һандыҡ янында һаҡсы була.
Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй.
Йеһуд, Бене-Бераҡ, Ғаҫ-Риммон,