1 Дауыт тағы Исраилдың арҙаҡлы заттарын йыйып алды. Улар утыҙ мең кеше булды.
Кешеләрҙе ашатыуға киткән сығымдан һәм минең менән барыусыларға тейеш өлөштән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй миңә. Минең менән яу сапҡан Ғанер, Әшкол, Мамре үҙҙәренең өлөшөн алһын, әйҙә.
Исраилдың бөтә ырыуҙары Хевронға, Дауыт янына килеп, былай тине: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән.
Сөләймән батша Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡырҙы.
Шулай итеп, Дауыт, Алла һандығын Ҡыръяҫ-Еғаримдан күсереп алып ҡайтыр өсөн, Мысыр Шихорынан Лево-Хамаҫҡаса бөтә ерҙән бар исраилдарҙы йыя.