11 Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәр ебәрҙе. Улар кедр ағастары алып килде. Шулай уҡ балта оҫталары, ташсылар килде. Улар Дауытҡа бер һарай төҙөп бирҙе.
Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәреүен аңланы.
Дауыт батша үҙ һарайында урынлашты. Раббы уға әйләнә-тирәлә уратып алған дошмандары һөжүменән дә ял итеп алырға форсат бирҙе.
Көндәрҙән бер көндө батша Наҫан пәйғәмбәргә: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Алла һандығы сатырҙа тора, – тине.
Тағы ла Сөләймәндең йөк ташыусы етмеш мең, тауҙарҙа таш сығарыусы һигеҙ йөҙ мең кешеһе бар ине.
Ҡорам төҙөлөшөнә бүрәнә һәм таш әҙерләүҙә Сөләймән менән Хирамдың эшселәренән башҡа Гевал кешеләре лә ҡатнашты.
Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәре менән батша йортон һалыу өсөн кедр ағастары, ташсылар һәм балта оҫталары ебәрә.
Ташсылар менән балта оҫталарының хеҙмәтенә түләү өсөн көмөш тарата башланылар, Сидон һәм Тир кешеләренә – Фарсы батшаһы Кир рөхсәте менән диңгеҙ буйлап Ливандан Яфоға кедр ағасы ташырға тейешле кешеләргә – ашар-эсер ризыҡ, зәйтүн майы бирҙеләр.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
– Эй әҙәм улы! Йәрүсәлим тураһында Тир ҡалаһы: «Әһә, әһә! Халыҡтар ҡапҡаһы булған ҡала емерелде, ҡапҡалары миңә асылды. Инде ул бушап ҡалғанда, мин байып китәсәкмен», – тигәйне.
Рамаға табан йүнәлә, Тир ҡәлғәһенән Хосаға борола һәм диңгеҙгә барып сыға. Ер биләмәһенә Махлав, Ахзив төбәге,