10 Дауыттың ҡеүәте арта барҙы, абруйы күтәрелде, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән булды.
Шул осорҙа Авимәләх үҙенең ғәскәр башлығы Пихол менән бергә Ибраһимға килеп былай тине: – Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора.
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.
Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы.
Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.
Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр.
Раббы менән килешеүҙе, Уның күрһәтмәләрен тотҡандар Раббы юлында мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа осрар.
Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!
Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.
Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.
Ләкин рухыңды нығыт, Зеруббавел, – ти Раббы, – рухыңды нығыт, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ, рухыңды нығыт, был илдең бар халҡы, – тип белдерә Раббы. – Мин һеҙҙең менән, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шуға ла эшләгеҙ.
Ғайса иһә үҫте, аҡыл тупланы, Алланың да, кешеләрҙең дә ихтирамын ҡаҙанды.
Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?
Шаул Дауыттан ҡурҡа башланы, сөнки Раббы уның менән ине, ә Шаулды ташлағайны.
Раббы уның менән булғанлыҡтан, һәр эше ыңғай барҙы.
Шаул ҡайҙа ғына ебәрһә лә, Дауыт уңыш ҡаҙанды. Шуға күрә батша уны яугирҙәргә башлыҡ итеп ҡуйҙы. Быны барса халыҡ та, Шаулдың ярандары ла хуш күрҙе.