Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 4:8 - Изге Яҙма

8 Иш-Бошеҫтың башын Хевронға Дауыт батшаға алып киләләр ҙә былай тиҙәр: – Бына һине үлтерергә теләгән дошманың Шаул улы Иш-Бошеҫтың башы! Раббы бөгөн һин хакимыбыҙ батша өсөн дошманың Шаулдан һәм уның тоҡомонан үс алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 4:8
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Садоҡ улы Ахимағас Йоавҡа: – Йүгереп барып, батшаға: «Раббы һине Үҙ хөкөмө менән дошманыңдан ҡотҡарҙы», – тип хәбәр итәйем, – тине.


Бына Куш кешеһе лә килеп етте. – Хакимым батшаға яҡшы хәбәр! Раббының ғәҙел хөкөмө бөгөн һине үҙеңә ҡаршы сыҡҡандарҙан ҡотҡарҙы, – тине ул.


Ул арала Шаулдың ғәскәр башлығы Нер улы Авнер, Шаулдың улы Иш-Бошеҫты Маханаимға алып килеп,


Минең өсөн үс алыусы Аллам, Халыҡтарҙы миңә буйһондорған,


– Тор, Бала менән Уның әсәһен алып, Исраил еренә ҡайт. Баланың ғүмеренә ҡул һуҙыусылар үлде инде, – тине.


Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


Шаул: «Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуям», – тип һөңгөһөн ырғытты, әммә егет ике тапҡыр унан тайшанып ҡалды.


Шаул улы Йонаҫан һәм ярандары менән Дауытты үлтереү тураһында һөйләште. Йонаҫан иһә Дауытты ифрат ярата ине.


Шаул: – Уны миңә түшәгендә килеш алып килегеҙ, үлтерәм, – тип кешеләрен ҡабат ебәрҙе.


Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?


Дауыт, Зиф сүлендәге Хорешта торғанда, Шаулдың уны үлтереү ниәте менән юлға сыҡҡаны хаҡында ишетте.


Юл буйында бер мал аҙбары булып, уның янында мәмерйә бар ине. Шаул хәжәтен үтәү өсөн шунда инде. Дауыт үҙенең ярандары менән мәмерйәнең төп яғында ултыра ине.


Берәй әҙәм, йәнеңде көҫәп, һине эҙәрләй башлаһа, хакимымдың йәне Аллаң Раббының ғүмер төйөнөндә төйнәлгән булыр. Дошмандарыңдың йәнен иһә Ул һапҡылағы таш кеүек сойорғотор.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ