7 Улар өйгә ингән саҡта Иш-Бошеҫ үҙенең йоҡо бүлмәһендә түшәктә ятҡан була. Уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерәләр ҙә, башын киҫеп алып, сығып китәләр. Төнө буйы Ғарава тигеҙлеге буйлап баралар.
Авнер менән уның кешеләре Ғарава тигеҙлегенән төнө буйы барҙылар, Иорданды аша сығып, Битронды үттеләр һәм Маханаимға ҡайттылар.
Йылға-һыуҙарыңда тәлмәрйен мыжғып торор, улар һыуҙан сығып һарайыңа, йоҡо бүлмәңә, ятыр-торор урыныңа кереп тулыр, хеҙмәтселәреңдең, тотош халҡыңдың йорт-ерҙәрен баҫыр, мейесегеҙ, икмәк күнәктәрегеҙ тәлмәрйен менән тулыр.
Ҡырҡылған башты ҡоштабаҡҡа һалып килтерҙеләр ҙә ҡыҙға бирҙеләр, ә ул әсәһенә тапшырҙы.
Шунан Дауыт йүгереп барҙы ла уның янына килеп баҫты. Ул пелештиҙең ҡылысын ҡынынан һурып алды, уны үлтереп, башын сабып өҙҙө. Бәһлеүәндәренең үлгәнен күреп, пелештиҙәр ҡаса башланы.
Дауыт пелештиҙең башын алып, Йәрүсәлимгә килтерҙе, ҡоралдарын үҙенең сатырына ҡуйҙы.
Улар Шаулдың башын ҡырҡтылар, ҡоралдарын систереп алдылар, шунан был турала боттарының ғибәҙәтханаларында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрҙеләр.