5 Бер ваҡыт Беероҫтан булған Риммон улдары Рехав менән Бағана көндөң иң ҡыҙыу мәлендә Иш-Бошеҫтың өйөнә килә. Ә ул төш ваҡытында үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡан була.
Бер кисте Дауыт, түшәгенән тороп, һарайының башына йөрөргә сыҡты һәм унан һыу ҡойонған бер ҡатынды күреп ҡалды. Ул ҡатын ғәжәп сибәр ине.
Ул арала Шаулдың ғәскәр башлығы Нер улы Авнер, Шаулдың улы Иш-Бошеҫты Маханаимға алып килеп,
Шаул улы Иш-Бошеҫтың яугирҙәрҙе барымтаға йөрөткән Бағана һәм Рехав исемле ике кешеһе бар ине. Беероҫ ҡалаһынан булып, Бинйәмин ырыуынан Риммон тигән кешенең улдары ине улар. Беероҫ ҡалаһы Бинйәмин еренә инә.
Ярандарының береһе, ғәскәрҙәге яу арбаларының яртыһына башлыҡ булып торған Зимри, уға ҡаршы фетнә ойошторҙо. Бер көндө Эла Тирсалағы һарай вәзире Арсаның өйөндә эсеп иҫергәйне.
Арамиҙар уны ауыр яралы хәлдә ҡалдырып китә, әммә ярандары, Йеһоядағ ҡаһиндың улының ҡанын түккән өсөн, уны ятҡан түшәгендә үлтерә. Йоаш шулай үлә. Уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр, әммә батшалар зыяратына ҡуймайҙар.
Амасъяһ Раббынан тайпылғандан һуң, Йәрүсәлимдә уға ҡаршы фетнә ойошторола. Ул Лахиш ҡалаһына ҡаса, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтертәләр.
Ярандары Амонға ҡаршы фетнә ойоштора һәм уны һарайында үлтерә.