3 Ҡасандыр Беероҫ халҡы Гиттаимға ҡасып киткән була һәм шунда ошо көнгә тиклем килмешәк хәлендә йәшәй.
Шаул улы Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар ине. Изреғилдән Шаул менән Йонаҫандың үлеме тураһында хәбәр килгән көндө, бала ҡараусы ҡатын ошо биш йәшлек малайҙы алып ҡаса. Ашыға-ашыға йүгереп барғанда, ул ҡатын уны ҡулынан төшөрөп ебәрә лә бала аҡһаҡ булып ҡала. Мефи-Бошеҫ исемле була ул.
Хасорҙа, Рамала, Гиттаимда,
Үҙәнлектең икенсе яғында һәм Иордан аръяғында йәшәгән исраилдар, Исраил ғәскәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡасты. Ә пелештиҙәр уларға барып урынлашты.