Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 3:9 - Изге Яҙма

9-10 Раббы Дауытҡа нимә тип ант итһә, шуны эшләйем: батшалыҡты Шаул нәҫеленән тартып алам да Исраил менән Йәһүҙә тәхетенә – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем – Дауытты ултыртам. Әгәр шуны эшләмәһәм, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын мине, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 3:9
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».


Дауыттың һүҙҙәре йәһүҙиҙәрҙең күңелен йомшартты. Улар барыһы бер булып батшаға кеше ебәрҙеләр һәм: «Эй батша, бөтә хеҙмәтселәрең менән кире ҡайт», – тинеләр.


Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте.


Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.


Шунан Сөләймән батша Раббы исеме менән ант итте: – Әгәр Адонияһтың был теләге башына етмәһә, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тине. –


Раббы һүҙе буйынса Шаул батшалығын уға тапшыртыр өсөн Дауыт янына Хевронға килгән ҡораллы яугирҙәрҙең һаны:


Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы.


– Әгәр Йонаҫан үлтерелмәһә, мине Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тине Шаул.


– Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. –


Әгәр таңға тиклем Навал кешеләренең ир енесенән булған берәйһе ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн!» – тип килә ята ине.


Раббы минең аша әйткәндәрен эшләне, батшалыҡты һинән тартып алып, яҡының Дауытҡа бирҙе.


– Раббы һиңә нимәләр әйтте? – тип һораны Ғәли. – Минән йәшермәһәңсе. Үҙеңә әйтелгәндәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырһаң, һиңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ