35 Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте.
Ҡылыстан һәләк булған Шаул менән уның улы Йонаҫан, Раббы халҡы, Исраил йорто өсөн ҡайғырып йәш түктеләр, кискә тиклем ураҙа тоттолар.
Уны ерҙән торғоҙорға тип, нәҫел-ырыуындағы аҡһаҡалдар килде. Әммә ул торманы, улар менән ашап-эсмәне.
Ҡулдарың бит бәйле түгел ине, Аяҡтарыңда бығау юҡ ине. Юлбаҫарҙар ҡорбаны кеүек йығылдың». Бөтә халыҡ тағы ла нығыраҡ илай башланы.
Быны бөтә халыҡ белде, батшаның быға тиклемге башҡа эштәре кеүек үк, был ҡылығы ла халыҡтың күңеленә хуш килде.
Раббы Дауытҡа нимә тип ант итһә, шуны эшләйем: батшалыҡты Шаул нәҫеленән тартып алам да Исраил менән Йәһүҙә тәхетенә – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем – Дауытты ултыртам. Әгәр шуны эшләмәһәм, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын мине, – тине.
ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫа һәм Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Явешҡа алып ҡайта. Шунан уларҙың һөйәктәрен Явештағы имән ағасы аҫтына ерләйҙәр һәм ете көн ураҙа тоталар.
Мәрхүм өсөн йәш түгеүсене йыуатып, бер кем дә икмәк һындырмаҫ, ата-әсәһе вафат булғандарға эсергә йыуаныс көрәгәһе һоноусы булмаҫ.
Эсеңдән генә һыҡта, үлгән кешең өсөн матәм йолаһын үткәрмә. Сәлләң менән ҡатаңды кей, йөҙөңдөң аҫҡы өлөшөн ҡаплама, йыназа икмәге ашама.
Шунда әле Зөлкифел нимә эшләһә, һеҙ ҙә шуны эшләйәсәкһегеҙ: йөҙөгөҙҙөң аҫҡы өлөшөн ҡапламаясаҡһығыҙ, йыназа икмәген ашамаясаҡһығыҙ.
Шул саҡ бөтә Исраил ғәскәре, барлыҡ исраилдар Бейт-Илгә барып, Раббы хозурында ултырып иланы. Ул көндө кискә тиклем ураҙа тоттолар, Раббыға бағышлап тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙеләр.
Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы.
– Раббы һиңә нимәләр әйтте? – тип һораны Ғәли. – Минән йәшермәһәңсе. Үҙеңә әйтелгәндәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырһаң, һиңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн.