33 Батша Авнер хаҡында ошондай ҡайғылы йырын йырланы: «Бер ахмаҡтай үлергәме ине Авнерға?
Дауыт Шаул менән уның улы Йонаҫан хаҡында ҡайғы йыры башҡарҙы.
Ҡулдарың бит бәйле түгел ине, Аяҡтарыңда бығау юҡ ине. Юлбаҫарҙар ҡорбаны кеүек йығылдың». Бөтә халыҡ тағы ла нығыраҡ илай башланы.
Йошияһ тураһында Йермеяһ һыҡтау йыры сығарған; бөгөнгө көнгө тиклем ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсылар ошо һыҡтау йырын башҡара. Был Исраилда йола булып киткән һәм улар Һыҡтау йырҙарына индерелгән.
Ахмаҡтың теле – үҙе өсөн һәләкәт сығанағы, әйткән һүҙе – йәненә тоҙаҡ.
Хаҡһыҙ юл менән байлыҡ туплаған әҙәм Үҙе һалмаған йомортҡаны баҫҡан ағуна кеүек: Ғүмер уртаһында бөтә мөлкәтенән яҙыр, Ахырында – алйот булып ҡалыр».
Мысыр өсөн йырланасаҡ һыҡтау йыры ошо. Ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙары йырлаясаҡ уны. Мысыр һәм уның өйөр-өйөр халҡы хаҡында йырланасаҡ ул“», – тип белдерә Раббы Хаким.