Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 3:29 - Изге Яҙма

29 Был гонаһ Йоавтың үҙ башына, уның бөтә нәҫел-нәсәбенә төшһөн! Йоав йортонда ирлек ағзаһынан гел генә ағынтыһы килеп торған, махау ауырыуына тарыған, таяҡҡа таянған, йәне ҡылыстан ҡыйылған, бер һыныҡ икмәккә мохтаж булған кешеләр өҙөлмәһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 3:29
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.


Шаул урынына тәхеткә менеп ултырған инең. Шаул ғаиләһенең ҡанын күпме түккән булһаң, Раббы барыһын да үҙ башыңа ҡайтарҙы. Ана Раббы батшалыҡты улың Авшаломға бирҙе. Ҡулың ҡанлы булғанға ошо бәләгә тарының һин! – тип әрләште Шимғи.


Дауыт был хаҡта ишеткәс: – Нер улы Авнерҙың ҡаны ҡойолған өсөн Раббы алдында мин үҙем дә, батшалығым да мәңгегә ғәйепһеҙ, – тине. –


Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно.


Шуға күрә Нағамандың махау сире мәңгелеккә һиңә һәм тоҡомоңа күсһен. Гехази пәйғәмбәр янынан ҡарҙай ағарып махау ауырыулы булып сыҡты.


Яуызлығы үҙенә әйләнеп ҡайтыр, Залимлығы үҙ башыңа төшөр.


аҙаҡтан түшәгенән тороп, таяҡҡа таянып, өйҙән сығып йөрөй башлаһа, һуҡҡан кеше язаға тарттырылырға тейеш түгел. Фәҡәт имгәнгән кешегә эшләй алмаған көндәре өсөн түләһен һәм һауыҡҡанға тиклем уны ҡараһын.


– Исраил халҡына әйтегеҙ, иғлан итегеҙ уларға: әгәр кешенең ирлек ағзаһынан ағынтыһы булһа, ул шуның арҡаһында нәжес булыр.


Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе нәжесләмәгеҙ, сөнки ҡан ерҙе нәжесләй, ерҙе бары тик ҡан ҡойоусының ҡаны менән генә пакландырып була.


Утрау кешеләре, уның ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә: – Был әҙәм – һис шикһеҙ кеше үлтереүсе. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр.


Мәйеткә иң яҡын булған ҡаланың аҡһаҡалдары үҙәнлектә муйыны һуғып һындырылған тананың башы өҫтөндә ҡулдарын йыуһын.


Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.


Быны Алла Йеруббәғелдең етмеш улы өсөн үс алынһын һәм уларҙың ҡанының ҡоһоро ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә һәм уға ағай-энеһен үлтерергә ярҙам иткән Шәхәм кешеләренә төшһөн өсөн эшләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ