Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 3:28 - Изге Яҙма

28 Дауыт был хаҡта ишеткәс: – Нер улы Авнерҙың ҡаны ҡойолған өсөн Раббы алдында мин үҙем дә, батшалығым да мәңгегә ғәйепһеҙ, – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 3:28
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Нишләнең һин? – тине Раббы. – Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!


Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын, Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты.


Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.


Шаул урынына тәхеткә менеп ултырған инең. Шаул ғаиләһенең ҡанын күпме түккән булһаң, Раббы барыһын да үҙ башыңа ҡайтарҙы. Ана Раббы батшалыҡты улың Авшаломға бирҙе. Ҡулың ҡанлы булғанға ошо бәләгә тарының һин! – тип әрләште Шимғи.


Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.


Был гонаһ Йоавтың үҙ башына, уның бөтә нәҫел-нәсәбенә төшһөн! Йоав йортонда ирлек ағзаһынан гел генә ағынтыһы килеп торған, махау ауырыуына тарыған, таяҡҡа таянған, йәне ҡылыстан ҡыйылған, бер һыныҡ икмәккә мохтаж булған кешеләр өҙөлмәһен.


Әгәр ҙә берәү икенсе кешене һуғып үлтерһә, ул үҙе лә үлтерелергә тейеш.


Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе нәжесләмәгеҙ, сөнки ҡан ерҙе нәжесләй, ерҙе бары тик ҡан ҡойоусының ҡаны менән генә пакландырып була.


Пилатос, бер нимә лә ярҙам итмәгәнен, киреһенсә, сыуалыш башланыу ихтималын күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы ла: – Был Кешенең түгелгән ҡаны өсөн мин ғәйепле түгелмен, быға һеҙ яуаплы! – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ