27 Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.
– Бик булмаһа, беҙҙең менән ағайым Амнон барһын, – тине Авшалом. – Ниңә ул һинең менән барырға тейеш? – тип һораны батша.
Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».
Йоав Дауыт янынан сыҡты ла Авнер артынан сапҡын ебәрҙе. Уны Сира ҡоҙоғо янында ҡыуып етеп, кире килтерҙеләр, ләкин Дауыт был хаҡта белмәй ине.
Дауыт был хаҡта ишеткәс: – Нер улы Авнерҙың ҡаны ҡойолған өсөн Раббы алдында мин үҙем дә, батшалығым да мәңгегә ғәйепһеҙ, – тине. –
Хевронда Авнерҙың үлтерелгәнен ишеткәс, Шаул улы Иш-Бошеҫтың күңеле төштө. Барлыҡ исраилдар ҙа хәүефкә ҡалды.
Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.
Тағы ла шул: Серуяһ улы Йоавтың миңә ниндәй яуызлыҡ ҡылғанын беләһең. Ул Исраил ғәскәренең ике башлығы Нер улы Авнер менән Йәҫәр улы Ғамасаны тыныслыҡ мәлендә һуғыш ваҡытындағылай үлтерҙе һәм билендәге билбауы менән аяғындағы ҡатаһын ҡанға буяны.
Ғилғәдтәге Менашше ырыуының яртыһында – Зәкәрьяһ улы Иддо; Бинйәмин ырыуында – Авнерҙың улы Яғасиил;
Нәфрәтен хәйлә аҫтында йәшерһә лә, яуызлығы йыйын алдында асылыр.
Неҫанъяһ улы Исмәғил һәм уның менән бергә килгән ун кеше, тороп, Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты – Бабил батшаһы тарафынан илгә идарасы итеп ҡуйылған кешене – ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе.
Түгелгән ҡан өсөн үс алыусы үлтереүсене үҙе үлтерһен, уның менән осрашҡан саҡта үлтерһен.
Берәү берәүҙе хаслашыуҙан йыға төртөп йәки уҫал ниәт менән берәй әйбер ырғытып үлтерһә,
«Йәшерен рәүештә берәйһен үлтергән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.