23 Йоав һәм уның менән бергә йөрөгән ғәскәр ҡайтҡас, Йоавҡа Нер улы Авнерҙың батша янына килгәнен, ә Дауыттың уны иҫән-һау ҡайтарып ебәргәнен еткерҙеләр.
Шул мәлдә Дауыттың яугирҙәре менән Йоав барымтанан ҡайтты. Улар мул табыш килтергәйне. Авнер иһә Хевронда Дауыт янында юҡ ине инде, Дауыт уны имен-аман ҡайтарып ебәргәйне.
Йоав батша янына килеп: – Ни эшләнең һин? Авнер үҙ аяғы менән һинең яныңа килгән икән, ниңә уны ҡайтарып ебәрҙең?
Ғәйепһеҙ кешегә яза биреү, хөрмәтлене тура һүҙе өсөн туҡмау – яман эш.
Шаулдың ҡатынының исеме – Ахиноғам, ул Ахимағастың ҡыҙы ине. Ғәскәр башлығы Авнер Шаулдың атаһының бер туған ҡустыһы Нерҙың улы ине.