14 Шунан Дауыт Шаулдың улы Иш-Бошеҫҡа илселәр ебәрҙе: «Йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһен биреп йәрәшкән ҡатыным Михәлде миңә кире ҡайтар», – тип әйтергә ҡушты.
Исраилға батша булып ултырғанда Шаул улы Иш-Бошеҫҡа ҡырҡ йәш ине. Ул ике йыл батшалыҡ итте. Йәһүҙә ырыуы иһә Дауыт яғында ҡалды.
Иш-Бошеҫ Михәлде ире Лаиш улы Палтиилдан тартып алып килергә кешеләр ебәрҙе.
Раббы һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап тора ине. Дауыт батшаның Раббы хозурында ырғый-һикерә бейегәнен күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уянды.
Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана.
– Дауытҡа әйтегеҙ, батша, дошмандарынан үс алыр өсөн, мәһәргә йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһенән башҡа бер нәмә лә һорамай, – тип бойорҙо Шаул. Ул шул рәүешле Дауыттың пелештиҙәр ҡулына эләгеп менән һәләк булырына өмөтләнде.
Дауыт кешеләре менән барып ике йөҙ пелештиҙең йәнен ҡыйҙы. Батшаның кейәүе булыр өсөн, ул үлтерелгән пелештиҙәрҙең сөннәт тиреләрен теүәл генә итеп Шаулға алып килде. Шаул уға ҡыҙы Михәлде ҡатынлыҡҡа бирҙе.
Шаул иһә ҡыҙы Михәлде, Дауыттың ҡатынын, сығышы менән Галлимдан булған Лаиш улы Палтиға кейәүгә биргәйне.