12 Ошонан һуң Авнер Дауытҡа илселәр ебәреп: «Был ерҙең хужаһы кем? – тип һорарға ҡушты. – Минең менән килешеү төҙө. Шул саҡта мин һинең яҡлы булам һәм бөтә Исраил халҡын һинең яҡҡа ауҙарырға ярҙам итәм».
Дауыттың һүҙҙәре йәһүҙиҙәрҙең күңелен йомшартты. Улар барыһы бер булып батшаға кеше ебәрҙеләр һәм: «Эй батша, бөтә хеҙмәтселәрең менән кире ҡайт», – тинеләр.
Бына бер ваҡыт исраилдар килделәр ҙә батшаға: – Ниңә беҙҙең ағай-энеләр, Йәһүҙәнең ир-уҙамандары, һине бөтә ғаиләң, хеҙмәтселәрең менән бергә урлап тигәндәй алып китеп, Иордан аша алып сыҡтылар әле? – тинеләр.
Үҙеңде күрә алмағандарҙы яратаһың, үҙеңде яратҡандарҙы күрә алмайһың. Бөгөн һин түрәләреңдең дә, хеҙмәтселәреңдең дә һинең өсөн бер ни тормағанлығын күрһәттең. Мин бөгөн шуны белдем: әгәр ҙә Авшалом тере ҡалып, беҙ бөтәбеҙ ҙә үлһәк, һиңә яҡшыраҡ булыр ине.
Иш-Бошеҫ Авнерға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алманы, унан ҡурҡа ине.
«Яҡшы, – тине Дауыт, – һинең менән килешеү төҙөйөм, тик бер шартым бар: минең менән күрешергә килгәндә Шаул ҡыҙы Михәлде алып кил, юҡһа һинең менән осрашмаясаҡмын».
Авнер Дауытҡа: – Инде китергә рөхсәт бир, мин хакимым батшаға бөтә Исраил халҡын йыйып килтерәм. Улар һинең менән килешеү төҙөр. Һин кем өҫтөнән хакимлыҡ итергә теләйһең, шуларҙың барыһына ла батша булырһың, – тине. Шунан һуң Дауыт Авнерҙы имен-аман ҡайтарып ебәрҙе.
Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.
Батша үҙенең хеҙмәтселәренә: – Бөгөн Исраилда бер юлбашсының, бөйөк бер уҙамандың вафат булғанын беләһегеҙме һеҙ?
Минең күңелем Һиңә яғыла, Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота.