11 Иш-Бошеҫ Авнерға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алманы, унан ҡурҡа ине.
Ошонан һуң Авнер Дауытҡа илселәр ебәреп: «Был ерҙең хужаһы кем? – тип һорарға ҡушты. – Минең менән килешеү төҙө. Шул саҡта мин һинең яҡлы булам һәм бөтә Исраил халҡын һинең яҡҡа ауҙарырға ярҙам итәм».
Эй Алла, ялбарыуымды ишет, Доғама минең ҡолаҡ һал!