8 Улар, бөтә илде урап йөрөп, туғыҙ ай ҙа егерме көндән һуң Йәрүсәлимгә ҡайтып керҙе.
Тир ҡәлғәһендә булды, хиууиҙәр менән ҡәнғәниҙәрҙең бөтә ҡалаларын йөрөп сығып, ахырҙа Йәһүҙәнең көньяғындағы Беер-Шәвәғкә килеп сыҡты.
Йоав батшаға халыҡтың иҫәбен еткерҙе. Ҡулына ҡылыс тоторлоҡ көслө ир-егеттәр Исраилда һигеҙ йөҙ мең, ә Йәһүҙәлә биш йөҙ мең кеше булып сыҡты.