25 Дауыт шул урында Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Шунан һуң Раббы шәфҡәтен һалды һәм исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды.
Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.
Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә ятҡырҙы.
Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.
Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен Бинйәмин ерендәге Селағ тигән урында Шаулдың атаһы Ҡиштың төрбәһендә дәфен ҡылдылар. Батша нисек бойорһа, шулай эшләнеләр. Шунан һуң Алла, исраилдарҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылып, илде ҡыҙғанды.
Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.
Дауыт батша бик ныҡ ҡартайғайны инде. Өҫтөнә ҡатлап-ҡатлап юрған япһалар ҙа, ул йылына алманы.
Бары шул саҡта ғына һиңә булған асыуым ҡаныр һәм көнсөллөгөм баҫылыр, тынысланырмын һәм ярһыуым үтер.
Раббы сатырына яҡын килгән һәр кем үлә. Барыбыҙ ҙа үлеп бөтөрмө икән ни?
Иртәгәһенә исраилдар иртүк торҙолар ҙа ошо урында ҡорбан усағы төҙөнөләр һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтерҙеләр.
Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.
Шуның өсөн Шаул: – Тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын миңә алып килегеҙ, – тип бойорҙо. Шунан ул тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарҙы.
Шаул Раббыға бағышлап ҡорбан усағы төҙөнө. Был уның Раббыға бағышлап ҡорған тәүге ҡорбан усағы ине.
Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.
Шул саҡ Шемуил бер имгән һарыҡ бәрәсен алды ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Шунан Исраил өсөн Раббыға ялбарҙы. Раббы уға яуап ҡайтарҙы.